Сыныҡҡан яҙмышым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сыныҡҡан яҙмышым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 06.02.1994. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (80-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Сыныҡҡан яҙмышым


“Таш йөрәк һин, туңған бәғер, – тиһең,–
Күҙ йәшең дә юҡ бит, исмаһам,
Күңелең дә, ахыры, кителмәгән,
Бер нимәгә, бер саҡ бошмаған?
Күрмәгәнһең бер ҙә ҡайғы-хәсрәт,
Ғәҙелһеҙлек тәмен белмәгән,
Бер ҡасан да, бер кем йәберҙәре
Йөрәк-бауырыңды телмәгән!”…
Һөйлә, һайра, әрлә, туҡма мине:
Бахыр иткең килә, мин беләм,
“Ила!” – тигән һайын, һинән түгел,
Әсе яҙмышымдан мин көләм.
Ышанысым көлдәренән көләм,
Көләм һөлдәһенән һөйөүҙең,
Көләм, һиҙермәйсә йотор өсөн,
Тамағымда торған төйөрҙө.
Яҙмыш тимерлеге яҙмышымды
Ялҡындарҙа тотоп сүкене,
Сыныҡмаған ҡорос мурт икәнен
Белмәгәнең генә үкенес.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.